Kil Kotom

Kil Kotom

Ay Yola

Альбом: Ural Batyr
Длительность: 3:25
Год: 2025
Скачать MP3

Текст песни

Урал ерендә борон ырыуҙар йәшәгән.
Урал батырҙың янында ойошҡан
Урал ҡот биргән беҙгә, иман биргән Һомай
Ошо байлыҡты һәр ғаилә һаҡлай

Ҡайт, ҡотом, ҡотом, кил дә
Ағын һыуҙай ағып кил
Аҡ балыҡтай йөҙөп кил дә
Айғыр булып кешнәп кил

Һыйыр булып мөңрәп кил дә
Уңдан да кил, һулдан кил
Ерҙән дә кил, күктән дә кил
Ҡайт, ҡотом, ҡотом, кил

Тарихтар төпкөлөнән, әсә һөтөнә һеңгән
Бел шәжәрәңде, бел ырыуыңды
Ошо аманат менән беҙҙең халыҡ йәшәй
Рәхмәтле булып күктәрҙе данлай

Ҡайт, ҡотом, ҡотом, кил дә
Ағын һыуҙай ағып кил
Аҡ балыҡтай йөҙөп кил дә
Айғыр булып кешнәп кил

Һыйыр булып мөңрәп кил дә
Уңдан да кил, һулдан кил
Ерҙән дә кил, күктән дә кил
Ҡайт, ҡотом, ҡотом, кил