Ural Vasyaty

Ural Vasyaty

Ay Yola

Альбом: Ural Vasyaty
Длительность: 3:28
Год: 2025
Скачать MP3

Текст песни

Борон-борон-борондан
Башлана шул васыят,
Урал батыр ҡалдырған,
Йолаларҙың асылы:
Килә торор халыҡҡа
Яуызлыҡ гел яу булып,
Һәәәәй
Ябырылыр дау булып (Хәй Хәй Хәй Хәй)
Ирмен, тигән ир-батыр,
Шып-шым ҡарап торормо?!
Яуызлыҡҡа баш эйеп
Ҡолдай ярап торормо?!
Яҡшылыҡҡа - яҡшылыҡ
Ҡыла торған йола бар!
Яуызлыҡҡа - ҡаршы яу
Сыға торған йола бар!

Борон-борон-борондан
Башлана шул васыят,
Урал батыр ҡалдырған,
Йолаларҙың асылы:
Килә торор халыҡҡа
Яуызлыҡ гел яу булып,
Һәәәәй
Ябырылыр дау булып.
Ерем-халҡыма бөрктөм
Йәншишмәнең бар һыуын.
Ҡанда - мәңгелек тамсыһы,
Белһен шуны hәр быуын!
Бик борондан hәp батыр,
Иле өсөн яратыр;
Ныҡ тотор ул йоланы,
Халҡы өсөн йән атыр.

Йәншишмәнең һыу юлын
Һеҙгә әйтеп ҡалдырам;
Уның юлы - яратыу
Уның юлы - тоғролоҡ
Яратыу үҙ халҡыңды,
Яратыу үҙ телеңде
Тоғролоҡ үҙ илеңә,
Тоғролоҡ үҙ динеңә.
Борон-борон-борондан
Башлана шул васыят,
Урал батыр ҡалдырған,
Йолаларҙың асылы:
Килә торор халыҡҡа
Яуызлыҡ гел яу булып,
Һәәәәй
Ябырылыр дау булып.
Борон-борон-борондан
Башлана шул васыят,
Урал батыр ҡалдырған,
Йолаларҙың асылы
Борон-борон-борондан
Башлана шул васыят,
Урал батыр ҡалдырған,
Йолаларҙың асылы