Һөйгән Йәр
Йатаган Этно-Группа, Ялмурзин Гаяз, & Ziliya Bahtieva
3:34Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән, Ахирәт эштәренә инан, тигән. "Хоҙай, кисер!" — тигән менән эш бөтмәйҙер, "Иман шарты"н өйрәнмәһә — Иван, тигән. Икенсе ҡиммәт нәмә — күңел, тигән, Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән. Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ, Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән. Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән, Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән. Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор, Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән. Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән, Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән. Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер", тигән — хурлыҡ, Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән. Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән, Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән. Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай, Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән. Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән, Сабыр кеше моратын табыр, тигән. Һәр эштә сабырһыҙҙың төбә — хурлыҡ, Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән. Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән*, Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән. Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк: Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.